Республика күпселек балалар лагерҙарының икенсе сменаһы хәрби-патриотик тәрбиә биреү йүнәлешендә эшләй. Малай-ҡыҙҙар төрлө хәүефһеҙлек талаптары менән дә таныша. Балаларҙың күңелле мәле хаҡында киләһе яҙма.
Тантаналы линейкала балалар лагерының икенсе сменаһына старт бирелде. Балтас районының «Алтын башаҡ» һауыҡтырыу лагерында был юлы 50 бала ял итәсәк. Икенсе сменаны асыу сараһында уларҙы район хакимиәте башлығы сәләмләне. Һәр отряд үҙ исеме һәм девизы менән таныштырҙы, лагерь йырҙарын башҡарҙы.
«Алтын башаҡ» һауыҡтырыу лагеры тәрбиәләнеүселәренә «Йәш спецназсы» хәрби-патриотик программаһы әҙерләнгән. Уның сиктәрендә малай-ҡыҙҙарҙы физик әҙерлек буйынса төрлө дәрестәр көтә. Шулай уҡ район үҙәгендә урынлашҡан физкультура-һауыҡтырыу комплексына сәйәхәт ойоштороласаҡ.
Иглин районындағы мәктәп лагерҙары эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – балалар хәүефһеҙлеген булдырыу. Малай-ҡыҙҙар йәмәғәт урындарында, янғын сыҡҡан осраҡта үҙең нисек тоторға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныша. Һыу инеү хәүефһеҙлеге лә иғтибар үҙәгендә.
Иглин ауылында көндөҙгө ял лагерының был сменаһы 2-се мәктәптә ойошторолған. Көн һайын 185 балаға төрлө конкурстар, экскурсия, билдәле кешеләр менән осрашыу кисәләре, спорт ярыштары уҙғарыла. Икенсе смена хәрби-патриотик тәрбиә биреү йүнәлешендә эшләй. Шуға күрә һәр отряд билдәле пионер-геройҙар исемен йөрөтә.
Иглин районында балалар ялын ойоштороу өсөн 10 миллион һум аҡса бүленгән. Алты белем усағында көндөҙгө ял лагерҙары эшләй. Уларҙа райондың 200-ҙән ашыу уҡыусыһы йәйге каникулын үткәрәсәк.
Мәктәп яны лагерҙарында балалар ике тапҡыр туҡлана. Тәмле, ә иң мөһиме: файҙалы ризыҡтарҙы «Балалар туҡланыу үҙәге» бешерә.
Әлфинә Килдейәрова