Башҡортостанда йыл аҙағынаса етәкселек вәкилдәре социаль селтәрҙәрҙә шәхси сәхифәләрен булдыра. Дәүләт Думаһы чиновниктар эшенә бәйле закон ҡабул итте. Уға ярашлы, 1 декабргә тиклем һәр дәүләт хеҙмәткәренең социаль селтәрҙә шәхси сәхифәһе булырға тейеш. Унда чиновниктар халыҡ өсөн файҙалы һәм әһәмиәтле мәғлүмәт урынлаштырып барасаҡ. Беҙҙең республикала район-ҡала башлыҡтары һәм айырым хакимиәттәрҙең 417 аккаунты бар, министрлыҡ һәм ведомстволар 191 сәхифә менән күрһәтелгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәрҙәр менән даими уртаҡлашып бара.