Өфө мэры Волга буйы округы ҡалалары башлыҡтары рейтингында тәүге өсәү исемлегенә ингән. “Медиалогия” компанияһы әҙерләгән рейтингҡа ярашлы, Ратмир Мәүлиев икенсе урында. Беренсе баҫҡыста Түбәнге Новгород ҡалаһы етәксеһе, өсөнсө урынға Ҡазан мэры ҡуйылған. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев яңы вазифала быйыл февралдә эшләй башланы.