Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкцияласаҡ ойошма асыҡланды. Конкурста Ҡазан компанияһы еңгән. Дәүләт һатып алыуҙары сайтынан күренеүенсә, һыбайлы һынды тәртипкә килтереү 15 миллион һумға баһаланған. Салауат Юлаев һәйкәленә етди реконструкция талап ителә. Тикшереү барышында белгестәр байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡланы.