Баймаҡ районында ҡымыҙсылар конкурсы уҙа. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы, ул Башҡорт аты фестивале барышында ойошторола. Конкурс ике этаптан тора. Тәүгеһендә ҡымыҙсылар төрлө һорауҙарға яуап бирә, икенсеһендә эсемлек сифаты баһалана.