Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Кәңәшмәне Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров алып бара.
Осрашыуға видеоконференция режимында илдең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән, иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников ҡушыла.
Көн тәртибенә ике төп мәсьәлә сығарылған. Уларҙың береһе санкция баҫымы шарттарында иҡтисадҡа һәм граждандандарға ярҙам итеү буйынса көнүҙәк бурыстарға һәм сараларға, икенсеһе төбәктәрҙә «Мәҙәниәт» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға арналған. Кәңәшмәлә ҡатнашыусы субъект етәкселәре шулай уҡ «Чайковскийҙың тыуған ерендә» сәнғәт фестиваленә тамаша ҡыласаҡ.