Башҡортостан халҡын оҙайлы ял һәм ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республика Хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, алдағы эш аҙнаһы бер көнгә ҡыҫҡараҡ була, дүшәмбе 11 июль ял тип иғлан ителгән.

Оҙайлы ял быйыл Ҡорбан байрамының 9 июль – шәмбегә тура килеүенә һәм был көндәге ялдың дүшәмбе 11 июлгә күсерелеүенә бәйле. Һөҙөмтәлә биш көнлөк эш аҙнаһын күҙ уңында тотҡанда республика халҡы 9, 10, 11 июлдә ял итә. Байрам алды көнө булған йома, 8 июлдә эш көнө оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Гөлдәриә Йосопова