Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ижевскиҙа Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Ултырышта иҡтисадты үҫтереү, санкциялар шарттарында халыҡ һәм бизнесҡа ярҙам итеү, шулай уҡ “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Игорь Комаров хеҙмәт баҙарындағы хәлде һәм аҙыҡ-түлек, дарыуҙарға хаҡты күҙәтеүгә алырға ҡушты. Башҡортостанда Социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеү буйынса оператив штаб эшләй. Республикала көрсөккә ҡаршы саралар ҡабул ителде. Программа 55 миллиард һумға баһалана. “Мәҙәниәт” милли проектына килгәндә, быйыл Өфө ҡалаһында, Ейәнсура, Мәләүез, Туймазы райондарында балалар музыка мәктәптәре ремонтланды, шулай уҡ музыка ҡоралдары, төрлө йыһаздар һатып алына. Республикала музей, театрҙар төҙөкләндерелә, яңы күп функциялы мәҙәниәт йорттары асыла. Ултырыш аҙағында Игорь Комаров Радий Хәбировҡа ижтимағи мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырған өсөн Рәсәй Президентының Рәхмәт хатын тапшырҙы.