Алик Камалетдинов Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе булды. Радий Хәбиров шундай указға ҡул ҡуйҙы. Яңы кәңәшсе хәрбиҙәр менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре өсөн яуаплы була. Алик Финзир улы Камалетдиновҡа 47 йәш, ул сығышы менән Благовар районынан. Хәрби училище һәм Өфө юридик институтын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы көстәре һәм полицияла хеҙмәт итә. “Хәрби-диңгеҙ флоты спецназы һәм диңгеҙ пехотаһы ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе булараҡ Алик Камалетдинов башланғысы менән республикала Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекле батальон ойошторола. Ошо көндәрҙә егеттәр хәрби бурысын үтәргә китте.