Рәсәйҙә 8 июль ял көнө булараҡ иғлан ителеүе ихтимал

Рәсәйҙә 8 июль ял көнө булараҡ иғлан ителеүе ихтимал. Дәүләт Думаһы депутаттары Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә бәйле закон проектын әҙерләгән. Уны рәсми ял көнө тип иғлан итеү тәҡдиме өйрәнелә. Документ авторҙары фекеренсә, Рәсәй халҡы ял көнөндә ғаиләләре менән йыйылып бергә ваҡыт үткәрә аласаҡ. Президент Владимир Путин указына ярашлы, быйылдан Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө рәсми билдәләнә. Бөгөн Башҡортостанда  төрлө саралар ойошторола. Төп майҙансыҡ Бөрө ҡалаһында була.