Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһына 13-сө гуманитар ылау оҙатылды

Бөгөн Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһына 13-сө гуманитар ылау оҙатылды. Колонна составында Донбасҡа 14 табип халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн оҙайлы сәфәргә китте. 5 йөк машинаһында Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпкә төҙөлөш материалдары, бер тонна һыу алып барыла. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Дөйөм алғанда, Башҡортостан Донбасҡа 1 мең 240 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам йөгө оҙатты”, - ти Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ылау менән бергә Башҡортостандан 14 табип юлға сыҡты. Улар бер ай буйына Красный Луч ҡалаһы халҡына ярҙам күрһәтәсәк. Дәүләкән районы үҙәк дауханаһы ЛОР табибы Рауил Яҡупов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт