Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ижевскиҙа “Чайковскийҙың тыуған ерендә” тигән сәнғәт фестивалендә ҡатнашты. Асыҡ һауалағы тамаша Рәсәйҙең халыҡ артисы Юрий Башмет етәкселегендәге “Мәскәү солистары” камера ансамбле концерты менән башланды. Фестивалдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров сығыш яһаны. Ул музыкаль проектының әһәмиәтен билдәләп, мәҙәниәт һәм сәнғәт халыҡты берләштергән көс икәненә баҫым яһаны. Ижевскиҙа Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ла ҡатнашты.