Башҡортостанға бушлай дарыу алыуға федераль бюджеттан 60 миллион һум бүленә. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, төбәктәргә өҫтәмә 3 миллиард һум йүнәлтелә. Аҡса льготаға эйә булған граждандарға бушлай дарыу, медицина препараттары һәм дауалау туҡланыуы өсөн тотонола. Инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, чернобылселәр ташламаға эйә була.