Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт балы магазиндары асылды

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт балы магазиндары асылды. Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычеваның AL AGRO компанияһы вәкилдәре менән осрашыуында шул турала хәбәр ителде. Әмирлектәргә айына 100 тонна башҡорт балы оҙатыу ҡарала. Бының өсөн татлы ризыҡ сифатын тикшереү һәм сертификат биреү мәсьәләһе өйрәнелә. Киләсәктә проект ярҙамында сит ил магазиндарында республикала етештерелгән тауарҙарҙы һатыу күҙаллана. Маргарита Болычева бизнесмендарҙы сентябрҙә Башҡортостанда үтәсәк “Апидонъя” халыҡ-ара форумына саҡырҙы.