Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрө районында булды. Бында ул балалар һәм өлкәндәр өсөн төҙөлөшө тамамланған поликлиниканы ҡараны. Уны 1 сентябргә асыуҙы йөкмәтте. Шулай уҡ, ит ярым фабрикаттары, колбаса, икмәк, кондитер изделиелары етештереүсе “Дудин” предприятиеһында булды. Тиҙҙән был предприятиеның фирма магазиндары Өфөлә лә асыласаҡ. Республика етәксеһе Шәмсетдин күле янында урынлашҡан “Mia Terra“ глэмпингы менән танышты. Ошондай ял итеү урындары Башҡортостанда күберәк булырға тейеш тип белдерҙе.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған төп саралар Бөрө ҡалаһында уҙҙы.Ғаилә фестивалендә төбәк етәксеһе лә ҡатнашты һәм республика халҡын байрам менән ҡотланы. “Ата-Әсә даны”, “Әсәлек даны” дәүләт наградаларын, “Мөхәббәт һәм тоғоролоҡ өсөн” миҙалдарын тапшырҙы.