Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” паркында “Минең экологик ғаиләм” федераль проектына старт бирелде. Тантаналы сарала Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Анна Кузнецова, Дума депутаттары Павел Качкаев һәм Эльвира Айытҡолова ҡатнашты. Анна Юрьевна парктағы музыкаль фонтанды юғары баһаланы. Мәскәүҙә лә бындай комплекстан баш тартмаҫ инек тип белдерҙе. "Проект тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа ғаиләләрҙе берләштереүгә йүнәлтелә", - ти Дума депутаты Эльвира Айытҡолова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДепутаттар артабан Инорс биҫтәһендә булды. Бында улар Георгий Мушников урамын, Йылы күл биләмәһен төҙөкләндереү эштәре, Ишеү слаломы үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты. Депутаттар Бөрө ҡалаһында уҙған Ғаилә байрамында ла ҡатнашты.