Республикала милли проект буйынса быйылғы беренсе юл ремонты тамамланды. Өфөлә Кемеров урамында 600 метр арала асфальт түшәлде. Бының өсөн 19 миллион һум тотонолдо. План буйынса ремонт сентябрҙә тамамланырға тейеш ине. подрядсы ойошма эште ваҡытанан алда тамамлай алған. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса быйыл Өфөлә 17 урында ремонт үткәрелә.