Радий Хәбиров Башҡортостан мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы. Республика Башлығы ҡотлауында әйтелеүенсә, мосолмандар өммәте төрлө милләттәр һәм диндарҙар араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға мөһим өлөш индерә. Яңы мәсеттәр төҙөлә, буласаҡ мулларҙы әҙерлеү алып барыла. Йәштәрҙе рухи тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Бөгөн ябай булмаған һынауҙар осоронда мосолмандар башҡа дин вәкилдәре кеүек Донбастың туғандаш халҡына бер күңелдән ярҙам күрһәтә. Изге байрам изге ғәмәлдәр ҡылыуға этәргес булһын. Сәләмәтлек, тыныслыҡ, берҙәмлек һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем, тип билләләнә Радий Хәбиров тәрбикләүендә.