Башҡортостан етәксеһе менән «Ростех» корпорацияһы авиакластеры директоры производство майҙансыҡтары һәм етештерелгән әйбер өлгөләрен ҡараны, шулай уҡ Өфө предприятиеһының үҫеш йүнәлештәре тураһында фекер алышты.
Берекмәнең производство-технология үҙәге «МИ» һәм «КА»разрядына ҡараған машиналарға ҡуйылған вертолет двигателдәре компоненттары етештерә. Берекмәнең төп продукты – «Су» истребителдәре өсөн авиадвигателдәр һәм һуңғы быуын самолеттар өсөн эшләнмәләр.