Башҡортостан “Пушкин картаһы” проектын тормошҡа ашырыу буйынса илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Рәсәй Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова Красноярск крайында мәҙәниәт йорттары етәкселәре йыйында сығыш яһаны. Беҙҙең республиканан съезда Учалы районы вәкилдәре ҡатнаша. “Пушкин картаһы” проекты буйынса иң әүҙем төбәктәр исемлегендә Ямал-Ненец автономиялы округы, Башҡортостан, Мордва һәм Марий Эл республикалары аталды. Беҙҙең республикала 2 мең 12 мәҙәниәт йорто иҫәпләнә. Ауыл һәм ҡала клубтары, театр, музей, китапхана, кинотеатрҙар “Пушкин картаһы” проектына ярашлы үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн төрлө мәҙәни-күңел асыу саралары ойоштора.