Муса Гәрәевтың 100 йыллығы айҡанлы авиашоу уҙа

Бөгөн легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл. Ошо уңайҙан Өфөнөң Еңеү паркында уның ҡәберенә сәскәләр һалынды, тантаналы митинг уҙҙы. Муса Гәрәев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250-гә яҡын осош яһап, дошманды тар-мар итеүҙә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Бөгөн Первушин аэродромында ла Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап авиаһәүәҫкәрҙәр слеты ойошторола. Унда 100-ҙән ашыу пилот ҡатнашыуы көтөлә. Тамашасылар өсөн үҙенсәлекле программа әҙерләнгән. Мәҫәлән, ретро-самолеттар күргәҙмәһен ҡарарға мөмкин. Ойоштороусылар әйтеүенсә, экспозицияға 1942 йылда сығарылған легендар У-2 самолеты ҡуйыла. Бер майҙансыҡта 50-гә яҡын осҡосто күрергә була.