Башҡортостанға класс етәкселәренә айлыҡ түләү өсөн 7 миллиард һум бүленә.

Башҡортостанға алдағы өс йылда класс етәкселәренә айлыҡ түләү өсөн федераль бюджеттан яҡынса 7 миллиард һум бүленә. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин өҫтәмә финанслауға бәйле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Быйыл ил ҡаҙнаһынан 75 миллиард һум тотонола. Беҙҙең республикаға 2022-2024 йылдар дауамында 2 миллиард 300 миллион һум тапшырылып барасаҡ. Рәсәй Президенты указына ярашлы, класс етәкселәренә ай һайын өҫтәмә 5 мең һум бирелә.