Бөгөн “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы асылды

Бөгөн “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы асылды. Ул илдә берҙән-бер палеолит осороноң ҡая сәнғәте музейы була. Сара барышында ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Унда Рәсәйҙә Тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылына рәсми старт бирелде. Форумда Рәсәй, Беларусь, Монголия, Әзербайжан, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар ҡатнаша. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм яңы музейҙың Башҡортостан өсөн әһәмиәтен телгә алды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын экспозицияһы ете тематик блоктан тора. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо рәсемдәрҙең күсермәһен Францияла эшләнеләр. Беҙҙең менән тура элемтәлә хәбәрсебеҙ Бәйтулла Фәтҡуллин. Ул Бөрйәндән элемтәгә сыҡты.

Хәйерле көн, музей комплексы һәм форум нимәһе менән үҙенсәлекле?

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәхмәт. “Юлдаш” радиоһы студияһы менән Бөрйәндән тура элемтәлә хәбәрсебеҙ Бәйтулла Фәтҡуллин булды. Бөгөн "Морат туғай" биләмәһендә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы асылды һәм халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола..