Бөгөн Башҡортостандан Донбассҡа гуманитар ылау юлға сыҡты

Был Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына оҙатылған 13-сө колонна. Был юлы 5 йөк машинаһына төҙөлөш материалдары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары тейәлгән. Колонна составында медицина хеҙмәткәрҙәренән торған төркөм дә бар. Алыҫ юлға сыҡҡан яҡташтарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Медицина хеҙмәткәрҙәренең был төркөмө өсөн бөгөнгө иртә ғәҙәттәгеләренән айырыла, операция өҫтәле, пациенттарҙы дауалау урынына – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрығында ҡыҫҡаса инструктаж. Тәү сиратта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәм санитар талаптарҙы үтәү мотлаҡ.

Был Донбассҡа юлланған тәүге табиптар төркөмө түгел. Ошоға тиклем ике бригада ерле халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәткән. Состав урындағы кешеләрҙең ихтыяжын иҫәпкә алып тупланған.

Табиптар төркөмө Донбассҡа гуманитар колонна менән бергә юлланды. Алыҫ сәфәргә 9-сы тапҡыр сыҡҡан водитель Юлдаш Биков әйтеүенсә, ерле халыҡ Башҡортостан ярҙамын көтөп тора, хатта оло хөрмәт менән башҡортса сәләмләп ҡаршы алалар. Тап ошо төбәктә легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов ерләнеүе лә дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығыта.

Был Башҡортостандан Донбассҡа оҙатылған 13-сө гуманитар колонна. Ылауҙың төп өлөшөн төҙөлөш материалдары тәшкил итә. Сөнки урында тәү сирата инфрасруктураны тергеҙеү мотлаҡ.

Алда 2 мең километрға яҡын юл, йөк автомобилдәре Башҡортостанға киләһе аҙна башында әйләнеп ҡайта. Шул уҡ ваҡытта әле сираттағы ылауҙы туплау бара.

Рәмзиә Кәримова