Бөгөн геройҙың тыуған яғы Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында легендар летчикка һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Милли архивында Муса Гәрәевтың шәхси документтары һәм фотоларынан торған күргәҙмә эш башланы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы тураһында төшөрөлгән уникаль яҙма. Кадрҙарҙа Муса Гәрәевтың әсәһе, ауылдаштары менән осрашыуы. Тере тарих һаҡлаған яҙмананн тыш, Башҡортостан Милли архивында милләттәшебеҙҙең шәхеснамәһе лә бар. Геройҙың үҙ ҡулдары менән яҙған документтары, награда ҡағыҙҙары һәм фотоһүрәттәр баһалап бөткөһөҙ тарихи ҡомартҡылар. Улар менән хәҙер киң йәмәғәтселек таныша ала.
Күргәҙмә легендар летчиктың 100 йыллығы уңайынан ойошторолдо. Архив документтары аша шәхестең үҙен генә түгел, уның ғаиләһен, ата-әсәһен, туғандарын да танырға мөмкин. Улар Муса Ғайса улының автобиографияһында төплө тәфсирләнгән.
Муса Гәрәевтың автобиографияһын менән Башҡортостан Милли архивындағы башҡа документтар менән дә ҡеүәтләргә, төрлө йылдарҙа үткән Халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары аша ғаилә тарихын барларға мөмкин. Әйткәндәй, 1926 йылға тиклем ғаилә Әхмәтгәрәев фамилияһын йөрөткән.
250-нән ашыу хәрби осош, ҡыйратылған йөҙҙәрсә дошман полктары. Муса Гәрәевҡа тәүге тапҡыр батырлыҡ күрһәткәндә 23 йәш тә тулмаған була. Энгельс хәрби аваиация мәктәбен тамамлап, 1942 йылда фронтҡа оҙатылған егет беренсе көндән үк яуҙаштарын ҡыйыулығы менән таң ҡалдыра. «ИЛ» самолетында күк йөҙөн ҡыйғыр ҡоштай айҡаған летчик ике йылдан гвардия командиры итеп тәғәйенләнә. Дошманды тар-мар итеү мәлен фотоға төшөрөү бурысы ла тап Муса Гәрәевҡа йөкмәтелә.
Бөгөн данлыҡлы герой тыуған Илеш районына таш һында ҡайтты. Һәйкәл Үрге Йәркәй ауылының Муса Гәрәев музейы биләмәһендә урын алды Скульпторы Магнитогорскиҙан Сергей Ёлкин. Легендар осоусы яҡташтары алдына тарихи яҙмалағы кеүек хәрби летчик-штурмлаусы кейемендә баҫты.
Азат Ғәлиуллин