Унда ике аҙна дауамында 5 йәштән 14 йәшкә тиклемге 50 ҡыҙ физик формаларын камиллаштырыу менән шөғөлләнгән.
«Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән күнекмәләргә Өфө, Бөрө һәм Краснодар ҡалаларынан белгестәр саҡырылған. Йомғаҡлау дәресендә команда эстетик гимнастика, аэробика һәм заманса бейеү элементтарын берләштергән сағыу номер тәҡдим итте.
Иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән гимнаст ҡыҙҙарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Спортсылар көҙгөһөн үтәсәк бәйгелә ҡатнашырға ниәтләй. Иң яҡшылары республика йыйылма командаһына инәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина