Рәсәйҙә 8-11 класс уҡыусылары компьютер программаһы буйынса курстар үтә ала

Рәсәйҙә 8-11 класс уҡыусылары компьютер программаһы буйынса курстар үтә ала. Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Өҫтәмә дәрестәр өсөн бюджеттан субсидия бүленә. Ике йыллыҡ түләүһеҙ курстар барышында уҡыусылар мәғлүмәт технологияһы өлкәһендә һөнәр үҙләштерә ала. Тәүге йылда курстарҙа 100 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ белем алыуы көтөлә.