Һарыҡтарҙы һуйыу Зинин ауылы һәм Төньяҡ автовокзал эргәһендәге биләмәләрҙә ойошторолдо. Майҙансыҡтарҙа республика фермерҙары килтереп, ветеринар тикшереүҙәр үткән мал тәҡдим ителде. Ҡорбан салыу төбәктә алдағы көндәрҙә лә дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ҡорбан ғәйетенә һарыҡ салыусы Илнур Лоҡманов ваҡ мал менән эш итеп күптән күнеккән. Һарыҡты һуйғанда дини талаптар үтәлеүе шарт. Ул доға әйтеп, республика мосолмандары өсөн әһәмиәтле байрам өсөн ҡорбан сала.
Дини күҙлектән тыш, ҡорбан салыуҙа санитар талаптар үтәлеше лә иғтибар үҙәгендә. Өфөлә һарыҡтарҙы һуйыу өсөн әҙерләнгән майҙансыҡтарға тикшереү үткән малдар ғына ҡабул ителгән.
Ҡорбан итеп салынасаҡ малды бер нисә көн алдан ныҡлы ашатырға, тәрбиәләргә кәрәк. Уның йөнө ҡырҡылырға тейеш түгел. Ҡорбан итеп салыу өсөн һыйыр, һарыҡ, кәзә кеүек мал яраҡлы. Тик уларҙың күҙе һуҡыр булмаҫҡа, ағзалары теүәл булырға тейеш.
Төбәктә ҡорбан салыу алдағы байрам көндәрендә лә дауам итә. Ҡорбанлыҡ итенең өстән бер өлөшөн салыусы үҙе файҙалана, ҡалғанын туғандарына, күршеләренә, етемдәргә һәм мохтаждарға өләшә ала.
Флорида Ким