Бөрйән районында төҙөлгән заманса мөһабәт үҙәк бөгөн тантаналы шарттарҙа файҙаланыуға тапшырылды.
Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев, Рәсәй фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев, сит ил делегациялары ҡатнашты.
Тарихи сара сиктәрендә Тотороҡло үҫеш шарттарында халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыуға арналған ултырыш, музей буйлап экскурсия ойошторолдо. Шулай уҡ бай мәҙәни программа ҡаралған. Тотош Башҡортостан йылъяҙмаһындағы тарихи ваҡиға урынында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө лә эшләй, һүҙ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримоваға.
Бөрйән районында ғына түгел, тотош Башҡортостанда тарихи ваҡиға. Тотороҡло үҫеш шарттарында халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылы донъяуи кимәлдә Парижда асылһа, Рәсәйҙә ул Бөрйән районында ойошторолдо. Был осраҡлы түгел. Сөнки кешелек цивилизацияһының нигеҙе тап ошо ерлек менән бәйле. Ә был сараны иһә тарихи тамырҙарға ҡайтыу тип баһаларға мөмкин.
Музейҙы асыу тантанаһында Радий Хәбиров билдәләүенсә, Бөрйән районы Башҡортостандың ынйыһы, йөҙөк ҡашы. Башҡорттарҙың данлыҡлы «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостары ла тап Шүлгәнташ мәмерйәһе менән бәйле.
«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы мәмерйәне «Юнеско»ның мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү өсөн төҙөлә башлай. Сөнки төп талап булып тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау тора. Ә мәмерйәнең торошо кешенең тын алышынан да боҙола.
Заманса музейҙа тарих менән заман берләшә. Бар үткәнебеҙ заман мөмкинлектәре ярҙамында тергеҙелеп күҙ алдына баҫа. Тарихи-мәҙәни комплекс тереклек хасил булыуҙың, тормош барлыҡҡа килеүҙең бар этаптарын үҙ эсенә ала. Бында уйланылмаған бер генә мөйөш тә юҡ, һәр сантиметр майҙанға тәрән мәғәнә һалынған. Мәҫәлән, «Шүлгәнташ»та тәүтомош кешеләре төшөргән данлыҡлы һүрәттәрҙең күсермәһе. Тик был экспозиция аша һүрәттәрҙең тәү төҫөн, йылдар менән бергә нисек үҙгәрә барыуын күрергә мөмкин.
Ғалимдар фекеренсә, музей комплексы «Шүлгәнташ» мәмерйәһен һаҡлау буйынса ғына түгел, фәнни күҙлектән дә оло әһәмиәткә эйә. Йәғни ата-бабалар аманатын киләсәккә тапшырыу тигән һүҙ.
Тотороҡло үҫеш шарттарында фундаменталь фәндәрҙең халыҡ-ара йылын асыуға арналған ултырыштың да тап ошо ошо ерлектә үтеүе тәбиғи. Музей фәндең төрлө тармаҡтарын да, заманса технологияларҙы үҫтереүгә лә йүнәлтелгән.
Музей комплексы тотош төбәктә туризм үҫешенә лә йоғонто яһай. Морат туғайға газ селтәре һуҙыу. Яңы ҡунаҡханалар төҙөү ҡарала. Бөгөнгө тарихи ваҡиға иһә Ағиҙел ярҙарын, Урал тауҙарын моңға күмеп, симфония төнө менән тамамлана.
Рәмзиә Кәримова