Юбилейлы дата уңайынан республикала герой исемен мәңгеләштереү буйынса эш алып барыла. Ә бөгөн республикала байрам саралары уҙғарылды. Баш ҡалалағы тантаналарҙы БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ла күҙәтте.
Тантаналы саралар сылбыры Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Еңеү паркындағы мемораль комплексына сәскә һалыуҙан башланды. Муса Гәрәев ҡәберенә сәскә һалынғандан һуң, герой исемен бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Төбәк етәксеһе легендар летчиктың улы менән аралашты. Сарала ДОСААФ-тың төбәк бүлеге тәрбиәләнәүселәре, кадеттар һәм ҡунаҡтар ҡатнашты.
Күк ҡаһарманы юбилейы уңайынан Өфөнөң үҙәк аэроклубында байрам саралары ойошторолдо. Майҙан осраҡлы рәүештә генә һайланмаған.
Тәүге тапҡыр Муса Гәрәев нәҡ ошонда, Өфө аэроклубында штурвал артына ултыра. Әйткәндәй, бөгөн ойошма легендар лётчиктың исемен йөрөтә. Лётчик бында 70-се йылдарҙа ДОСААФ-тың республика комитетын етәкләүсе булараҡ ҡайтасаҡ. Ул саҡта төбәк ойошмаһы СССР-ҙа икенсе урынға күтәрелә.
Майҙанда Муса Гәрәевтың биографияһы тураһында бәйән иткән күргәҙмә менән танышырға була ине. Бында геройҙың фотоһүрәттәре, иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупланған. Унан башҡа, байрамда ҡатнашыусылар иғтибарына ретро-техника, һуғыш ҡоралдары күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Ә инде парашютистарҙың күрһәтмәле сығышы һәм һауа программаһы береһен дә битараф ҡалдырманы.
Ҡыйыу, ҡайнар патриот йөрәкле, талапсан, әммә саф күңелле. Муса Гәрәев башҡорт халҡының барлыҡ күркәм һыҙаттарын үҙендә туплаған. Уның замандаш ауылдаштары геройҙы айырыуса йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Бигерәк тә уның самолет менән тыуған Ташшишмә ауылы янына килеп төшөүе шаһиттарҙың хәтерендә уйылып ҡалған.
Башҡорт ыласынына кесе Ватаны – Илеш районында һәйкәл ҡуйылды. Әйтерһең, ул сираттағы героик осошонан һуң ҡайтып ҡатып ҡалған. Улары, әйткәндәй, 250-нән ашыу. Бында Муса Ғайса улының музейы менән дә танышырға мөмкин. Герой йәшәгән ауыл урамы ла уның исемен йөрөтә. Ә ата-әсәһе йорто музейға әүерелеп, һирәк экспонаттар һаҡлай. Мәҫәлән, ҡаһармандың хәрби кейемен, костюмын күрергә мөмкин. Герой тураһында хәтер мәңгелек. Совет хәрби авиацияһы тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған батыр быуындар өсөн өлгө булып тора.
Рәзилә Ғиниәтуллина