Халыҡтар араһында татыулыҡ ептәрен нығытып

Марий Эл республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юрий Зайцев эш сәфәре менән Башҡортостанға килде. Ул Мишкә районының Мари тарихи-мәҙәни үҙәге менән танышып, урында йәшәүсе марий милләте вәкилдәре менән әңгәмәләште. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

«Марий Чодыра» паркы бында юҡҡа ғына асылмай. Марий Эл республикаһына ингән урында ла ошондай уҡ исемле милли парк бар. Мишкә районы үҙәгенә эш сәфәре барышында Марий Эл башлығы вазифаһын ваҡытылса башҡарыусы Юрий Зайцевты Башҡортостанда йәшәгән марийҙарҙың йолалары менән таныштырҙылар.

Мишкәлә былтыр капиталь ремонттан һуң асылған Тарихи-мәҙәни үҙәктә заманса интерактив музей булдырыла. Милли әйберҙәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары экспозицияларын марий телендә яҙҙырылған йолалары тулыландыра.

Радий Хәбиров менән осрашҡанда ул Башҡортостанда марийҙарға төрлө яҡлап ярҙам итәбеҙ, тигәйне. Бында килгәс, ысынлап та был һүҙҙәр хаҡ икәненә инандым. Киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ. Ғөмүмән, Марий Эл республикаһы марийҙар йәшәгән башҡа төбәктәр менән дә тығыҙ бәйләнештәр булдырыу яҡлы.

Юрий Зайцев, Марий Эл республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

Башҡортостанда барлығы 103 мең ярымдан ашыу марий милләте вәкиле ғүмер итә. Уларҙың күпләп йәшәгән райондарының береһе – Мишкә районы. Телде һаҡлау һәм уны үҫтереү өсөн Мишкә ауылының 2-се мәктәбе нигеҙендә 500-ҙән ашыу балаға иҫәпләнгән полилингваль мәктәп асыу күҙаллана. Унда марий телен уҡыуға айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Юрий Зайцев Башҡортостанда йәшәгән марий йәмәғәтселеге менән дә әңгәмәләште. Республикала 30 йылдан ашыу «Эврел Марий» төбәк автономияһы эшләп килә. Уға 12 бүлексә ҡарай, шул иҫәптән ошо арала ғына Тәтешле, Благовещен райондары һәм Октябрьский ҡалаһында марий үҙәктәре булдырыла. Ойошма тел, мәҙәниәт һорауҙарын ғына ҡарап ҡалмай, йәштәр өсөн форумдар үткәреү, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү мәсьәләләрен дә хәл итә.

Юрий Викторович Зайцев менән осрашыу беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле сара. 24 йыл эсендә Марий Эл республикаһы етәкселеге менән бында осрашыу тәүгә үтә. Әңгәмәләшеү, көнүҙәк һорауҙарҙы биреү һәм уларға яуап алыу мөмкинлеге бик урынлы булды.

Виталий Ялаев, «Эрвел марий» төбәк марий милли-мәҙәни автономияһы рәйесе

Әйткәндәй, һорауҙар төрлө өлкәләргә ҡағылды. Уларҙың береһе балалар өсөн марий телендә китаптар баҫтырыу, Мишкәлә Халыҡтар дуҫлығы үҙәген булдырыуға бәйле ине. Юрий Зайцев был йүнәлештә булышлыҡ итергә вәғәҙәләне. 

Бөгөнгө осрашыуҙа мәҙәниәт, уҡыу-уҡытыу, телде һаҡлауға бәйле һорауҙар бихисап булды. Ошондай уҡ һорауҙар башҡорттарҙы ла боросой, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә барған саҡта ла оҡшаш мәсьәләләр менән осрашабыҙ. Әлбиттә, был мәсьәләләр һәр саҡ иғтибар талап итә, уларҙы хәл итеп тороу мөһим. Яҡын арала барлыҡ һорауҙар яйға һалыныр, тип уйлайым.

Наталья Лапшина, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары

Осрашыуға Башҡортсотандың төрлө райондарында йәшәгән марий ойошмалары ла йыйылды. Улар саранан ҡәнәғәт ҡалды.

Марий Эл республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юрий Зайцев эш сәфәре аҙағында Башҡортостанда йәшәгән марий йәмәғәтселеген ҡунаҡҡа саҡырҙы. Шулай уҡ Марий тарихи-мәҙәни үҙәгенең Почетлы ҡунаҡтар китабында теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.

Әлфинә Килдейәрова