Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Балаҡатай районы оҫтаһы менән таныштырҙы.
Александр Бекетов ағасты һырлап биҙәү менән мауыға башлай. Һуңынан яңы идеялар тыуа. Быйыл февралдә Александр райондағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә үҙ проектын балалар өсөн ағастан эшләнгән үҫеш конструкторҙар производствоһын тәҡдим итә. Урындағы етәкселек документтар туплау һәм уйынсыҡтар әҙерләү өсөн өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыуҙа ярҙам күрһәтә.
Һөҙөмтәлә Александр Бекетов Яңы Балаҡатай ауылында «Ҡондоҙ» балалар ағас эше мәктәбен асты һәм хәҙер йәш быуынды үҙ ҡулдары менән уйынсыҡтар эшләргә өйрәтә. Әгәр үҙ эшегеҙҙе башларға теләгегеҙ булһа, мотлаҡ рәүештә алға барырға кәрәклеген иҫкә төшөрәм. Беренсе аҙым – район хакимиәтенә шылтыратығыҙ һәм «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә яҙылығыҙ. Унда һеҙҙе район башлыҡтары һәм бизнес-шерифтар көтә, тип яҙған Башҡортостан башлығы.