Туймазы – Исмаил автомобиль юлында еңел автомобиль водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып ауған. Авария һөҙөмтәһендә 1982 йылғы водитель менән 1988 йылғы пассажир ҡатын зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре уларҙы тиҙ ярҙам бригадаһына тапшырған.
Благовар районында мотоциклист ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлгән. Был турала төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итәләр. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, М-5 «Урал» федераль трассаһының 1379-сы километрында 25 йәшлек ҡыҙ идара иткән «Лада-Эксрей» һәм ҡаршы килгән мотоцикл бәрелешкән. Аварияла мотоциклдың 29 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе вафат буғлан. Осраҡ буйынса ткишереү бара.
Гөлдәриә Йосопова