Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда 6 кеше батып үлгән

Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре кеше ғүмерҙәрен һаҡлау, батыу осраҡтарын кәметеү буйынса рейдтарға сыҡты. Республикаға мәжбүри күсенеп килеүселәр ҙә иғтибар үҙәгендә булды.

«Речные зори» шифаханаһында ваҡытлыса йәшәү пунктында йәшәүселәр өсөн тәүге ярҙам күрһәтеү, хәүефле осраҡтарҙа һыуҙа үҙеңде нисек тотоу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнеүселәр араһында Донбастан Башҡортостанға мәжбүри күсенеп килеүселәр. Һыуға батып зыян күреүсенең һулышын тергеҙеү, уның йөрәгенә кисекмәҫтән ярҙам күрһәтеү кеше ғүмерен ҡотҡарырға булышлыҡ итә. «Речные зори» шифаханаһында ваҡытлыса йәшәүселәр менән Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре һыу хәүефен иҫкәртеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Беҙҙең өсөн профилактик әңгәмә файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды. Шифахана йылға эргәһендә, шуға ла күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү мөһим.

Милана Семенюк, мәжбүри күсеп килеүсе /Донецк/

Йәйҙең ҡояшлы көндәрен барыһы ла һағынып көтөп алды, сөнки июнь һалҡын булып һыу инеү мөмкинлеге булманы. Үкенескә, эҫе көндәр етеү менән йылға-күл ҡорбандары ла артты. Уҙған ял көндәрендә республикала 6 кеше батып үлгән.

Ваҡытлыса йәшәү пунктында балалар күп, шуға ла улар өсөн иҫкәртеү әңгәмәләрән үткәреүгә төплө иғтибар йүнәлттек. Уйын формаһы аша хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатабыҙ. «Речные зори» профилакторийында Өфөгә мәжбүри күсенеп килгән 57 бала йәшәй.

Рафаэль Әхмәтов, Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе

Иҫкәртеү саралары ни тиклем әүҙем һәм урынлы булһа ла, яуаплылыҡ һәр кемдең үҙендә. Белгестәр йылға-күл буйҙарында уяу булырға, балаларҙы күҙ уңынан юғалтмаҫҡа саҡыра. Мәжбүри күсенеп килеүселәр менән профилактика эше артабан дауам итә.

Флорида Ким