Бында таш формаһында эшләнгән диуарҙарға тәүтормош кешеләре ҡулланған боронғо буяуҙар менән һүрәт төшөрөп ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ музейҙа билдәле ғалимдар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр, лециялар ҙа ойошторолдо.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән күренекле ғалимдар ҡатнашты. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тәү ҡарамаҡҡа был бүлмәнең ғәжәпләнерлек биҙәлеше юҡ. Бары тик иҙәндән түшәмгә тиклем ҡая формаһында эшләнгән диуар ғына. Әммә тап ошонда «Шүлгәнташ» мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең ниндәй буяу менән төшөрөлгәнен күрергә, хатта үҙеңде тәүтормош кешеһе итеп тойорға мөмкин. Сөнки заманса тарихи-мәҙәни комплекс музей ғына түгел, ул фәнни эшмәкәрлекте лә үҙ эсенә ала.
Тарихи-мәҙәни комплекста боронғо ҡомартҡыларҙы һаҡлау, өйрәнеү буйынса тулы шарттар ҡаралған. Археологик ҡаҙылмаларҙы эҙләү, мәмерйә эсен тикшереү өсөн заманса ҡоролмалар, табылған экспонаттарҙы ҡабул итеү, эшкәртеү, һаҡлау бүлмәләре.
Ә иң мөһиме - ғилми эҙләнеүҙәр үткәреү өсөн һуңғы быуын лабораторияһы. Шулай уҡ бында китапхана фонды ла туплана. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында нәшер ителгән тәүге китаптарҙың береһен алып килгән. Был йыйынтыҡ уның шәхси фондында һаҡланған.
Тарихи-мәҙәни комплекста даими рәүештә ғилми-ғәмәли форумдар уҙғарыу ҡарала. Билдәле ғалимдар ҡатнашлығындағы тәүге конференциялар музей асылыуҙың икенсе көнөндә үк ойошторолдо. Белгестәрҙең уртаҡ маҡсаттары күп, башҡарылған эштәргә баһа биреү, киләсәккә эш йүнәлештәрен билдәләү. «Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһында яңы проекттың презентацияһы ла үтте. Шишмә районындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм Турахан мавзолейы базаһында күсмә халыҡтар музейын сафҡа индереү.
«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комлексы оло проекттың башланғысы ғына. Алда тағы ла күләмле эштәр тора. Бында инфраструктураны яҡшыртыу ҙа, туризмды үҫтереү ҙә күҙ уңында тотола.
Тарихи-мәҙәни комлекс үҙ эшен башланы, музей туристарҙы көтә. Заман технологиялары аша сағылдырылған тарих йәш быуында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип көтөлә. Ә яңы заманса лабораториялар ғалимдарҙың үҙенсәлекле асыштарына нигеҙ һалырға тейеш. Сөнки был үҙәк бай тарихыбыҙҙы киләсәккә еткереүҙе, яңы мәғлүмәттәр менән байытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Шүлгәнташ музей комплексы, тарихи-мәҙәни фәнни үҙәк кенә түгел, ул төбәк инфраструктураһын үҫтереүгә булышлыҡ иткән нигеҙ. Киләсәктә ошо Морат туғайында яңы ҡунаҡханалар төҙөү, газ селтәре һуҙыу ҡарала. Был объект яңы күләмле проектҡа ла башланғыс бирә, Шишмә районында Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм Турахан мавзолейы нигеҙендә Евразия күсмә залыҡтар музейы төҙөү күҙаллана.
Рәмзиә Кәримова