Бөгөн мосолман донъяһының иң ҙур байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете тамамлана. Белорет районының Берештамаҡ ауылы халҡы өсөн быйылғы байрам яңы мәсет асыу тантанаһы менән иҫтә ҡала. Иман йорто «Атайсал» проекты сиктәрендә сафҡа ингән. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Йола буйынса абруйлы ҡунаҡтарға һый-хөрмәт һәм ҡунаҡсыллыҡ. Берештама халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте һәм ауыл советы, республиканың мосолмандары диниә назараты вәкилдәре килгән. Яңы мәсет ихатаһында тәүгә изге доғалар ҡылынды.
Намаҙ ваҡытында ауылдаштар бер-береһенә һәм илгә именлек, һаулыҡ теләне. Мәсет төҙөлөшөндә әүҙемлек күрһәткән мосолман ҡәрҙәштәргә Белорет районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Мәсет ысынлап та халыҡтың уртаҡ көсө менән күтәрелгән: кемдер төҙөлөшкә ер участкаһын бүлгән, икенселәре бушлай бура, төҙөлөш материалдары менән ярҙамлашҡан. Ҡыҫҡаһы, һәр кем ҡулынан килгәнсә мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән. Тыуған ауылында иман йорто төҙөү тәҡдиме менән Роберт Ғәбитов сығыш яһаған.
Дини йорттарҙы төҙөү – тиҙ арала башҡарыла торған эш түгел. Берештамаҡтағы мәсет өс йыл дауамында төҙөлгән. Ата-әсәләр яңы мәсет йәш быуынды тәрбиәләүгә лә үҙ өлөшөн индерер, тип өмөтләнә.
Сентябрҙән ауыл имам-хатибы мәсеттә дини дәрестәр ҙә ойоштормаҡсы. 1936 йылда нигеҙ һалынған Берештамаҡта быға тиклем мәсет булмаған. Никах йолаларын да күрше ауылдарҙа үткәргәндәр. Әммә бынан ары никахҡа инеүсе йәштәргә күрше ауылға йөрөргә тура килмәйәсәк.
Йәмле Инйәр буйында урынлашҡан Берештамак бөгөн тағы ла мең тапҡырға йәмләнде. Халыҡтың элекке хыялы тормошҡа ашты. Ауылға иман ҡайтты. Сараның изге Ҡорбан байрамында үтеүе икеләтә мәртәбәле. Бынан һуң, бөтә дини саралар ҙа бында, яңы дин йортонда уҙғарыласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина