Шаран районынында «Сөн һандуғасы» тип исемләнгән татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте

Музыкаль бәйгегә Башҡортостандың һәм Татарстандың төрлө ҡала-райондарынан 17 ҡатнашыусы йыйылғайны. Бер нисә йыл дауамында район кимәлендә ойошторолған бәйге хәҙер күрше төбәктәрҙән дә вәкилдәр йәлеп итеп, төбәк-ара статусҡа эйә. Быйыл ул 6-сы тапҡыр үткәрелде.

Конкурс бер нисә этапта уҙҙы. Бәйгене асыу тантанаһы Сөн йылғаһы һыуһаҡлағысы биләмәһендә ойошторолғайны. Һайлап алып турында башҡарыусылар оҫталығын компетентлы жюри ағзалары – билдәле композиторҙар һәм йырсылар баһаланы.

Бәйге сағыу гала-концерт менән тамамланды. Һөҙөмтәләр буйынса гран-приға Бәләбәй ҡалаһы вәкиле Хәмит Дәүләтхужин лайыҡ булды. Киләһе конкурс ике йылдан, йола буйынса, Шаран ерлегендә үтер,тип көтөлә.

Рәзилә Ғиниәтуллина