Баш ҡаланың Рус драма театры алдындағы майҙанда «Ғаилә бәхете» фестивале үтте

Программа йәш парҙарҙы тәбрикләү, балалар уйындары, оҫталар күргәҙмәһе кеүек күңелле сараларҙан тупланды. Фестивалдән күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә ситтә ҡалманы. Улар төрлө конкурстарҙа көс һынап ҡараны.

Атайҙар өсөн, мәҫәлән, урында ашнаҡсылар бәйгеһе ойошторолдо. Улар ғаиләләрендә генә яратып әҙерләнгән үҙ аш-һыуҙарын тәҡдим итте. Фестиваль «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан быйыл 7-се тапҡыр ойошторолдо. Проект ғаилә таланттарын асыҡлау, берләшеү, үҙ-ара ярҙам итеү маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Азат Ғәлиуллин