Республикала ял көндәрендә 11 кеше һыу ҡорбаны булған

Республикала ял көндәрендә 11 кеше һыу ҡорбаны булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Октябрьский, Күмертау, Салауат ҡалалары, Краснокама, Нуриман, Мәләүез, Туймазы райондарында бәхетһеҙ осраҡтар теркәлгән. Өфөлә ҡотҡарыусылар ике үҫмер һәм бер студентҡа ваҡытында ярҙам күрһәтә алған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Айһылыу Шәйхисламова һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт