Республикала инвалидтар өсөн Бөтә Рәсәй туриадаһы уҙа

Республикала инвалидтар өсөн Бөтә Рәсәй туриадаһы уҙа. “Йүрүҙән” тип аталған фестиваль бөгөн Салауат районында башлана. Быйыл туриадала Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Мурманск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, шулай уҡ Донецк халыҡ республиканан 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Командалар өсөн төрлө спорт ярыштары һәм ижади бәйгеләр ойошторола. Фестиваль аҙна аҙағынаса дауам итә.