Башҡортостанда депутаттар халыҡ наказдары үтәлешен даими күҙәтә. “Берҙәм Рәсәй” партияһынан хәбәр итеүҙәренсә, илдә граждандар үтенесе буйынса 1 мең 100-ҙән ашыу социаль объект файҙаланыуға тапшырылған. Сәйәси фирҡә быйыл халыҡ наказдарының яртыһын үтәй алған. Беҙҙең республикала 2022 йылда 63 мәктәп ремонтлана һәм 15 ауыл клубының матди-техник базаһы яңыртыла. Төҙөкләндереү графиктан ҡалышҡан осраҡта, депутаттар ремонтты ваҡытында һәм сифатлы башҡарыу өсөн эште етди контролгә ала, тип хәбәр итәләр “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән.