Мәләүездә теркәлгән аварияла өлкән йәштәге ирҙең ғүмере өҙөлгән

Юл осрағы иртәнге сәғәт 9-сыларҙа ҡаланың Юрматы һәм Төнъяҡ урау юлы урамдары киҫелешендә була. Ваҡиға урынында 48 йәшлек водитель идара иткән ГАЗ йөк цистернаһы менән электросамокатта китеп барған 76 йәшлек ир бәрелешә.

Авария һөҙөмтәһендә самокат водителе дауаханала аңына килмәй вафат булған. Йөк автомобиле водителе әйтеүенсә, пенсионер юл киҫелешен ҡыҙыл утҡа сығып өлгөрөргә маташҡан. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Гөлдәриә Йосопова