Башҡортостанда комплекслы төҙөкләндереү эштәренә 9 миллиард һум аҡса бүленгән

«Стимул» федераль проектына ярашлы, Башҡортостанда комплекслы төҙөкләндереү эштәренә 9 миллиард һум аҡса бүленгән. Был суммаға баш ҡаланың Забелье биҫтәһендә инженер селтәрҙәре үткәреү, «Яркий» биҫтәһендә  юлды төҙөкләндереү ҡаралған.

2023 йылға тиклем биләмәлә 6 юл участкаһын тәртипкә килтереү өсөн генә 500 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Төҙөкләндереү үткәреләсәк юлдарҙың төп өлөшө файҙаланыуға быйыл тапшырыласаҡ тип көтөлә.

«Стимул» федераль проектына ярашлы, республикала торлаҡ комплексы менән  бергә социаль объекттарҙы ла төҙөогә мөмкин. Күп ҡатлы йорт, мәктәп һәм балалар баҡсаһы бер юлы сафҡа индерелә, шул уҡ ваҡытта объект эргәһендәге транспорт ифраструктураһы тәртипкә килтерелә. Заманса алым төҙөлөш өлкәһен камиллаштырырға булышлыҡ итә.

Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары

Флорида Ким