Шайморатов исемендәге батальон махсус әҙерлек үтә

Яуҙа ауыр булмаһын өсөн! Шайморатов исемендәге батальон махсус әҙерлек үтә. Һалдаттар һәм офицерҙар  полигонда заманса һуғыш тактикаһын үҙләштерә һәм ҡорал менән эш итеү оҫталығын камиллаштыра. Шаморатов исемендәге батальондың күнекмәләрен БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Иртәнге аштан һуң 15 саҡырымлыҡ  марш-бросок. Полигонға тиклем юлды атлап үтергә кәрәк. Батальон һалдаттары өсөн был талап яңылыҡ түгел. Шуға ла  аҙымдар ышаныслы, яҡташлыҡ рухы көслө.

Күнекмәләр үткән майҙан Донбасс ерен хәтерләтә. Иркен дала, ҡыҙыу ҡояш һауала әрем еҫе. Ҡорал алғандан һуң батальон ағзалары уны  ҡулланыу алымдарын шымарта.

Дошман пилотһыҙ осоу ҡоролмалары һәм дрондарҙы киң ҡуллана. Разведка башлыса һауанан башҡарыла. Шуға ла батальон был үҙенсәлекте яҡшы үҙләштерергә тейеш,-тигән фекерҙә командирҙар. Хәрби тактика яуҙағы тәжрибәгә нигеҙләнгән. Юғалтыуҙарға юл ҡуймау өсөн күнекмә майҙанында һалдаттар заманса, «һанлы  яу» шарттарында ла эш итергә өйрәнә. Бурыс һауанан күҙәтеү алып барған дошманға күренмәҫ көскә әйләнеү.

Батальонға тыуған иленә һәм рухи тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлаған егеттәр тупланған. Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо йолаһын тергеҙеп, хәрби берәмектә  бататльон имамы һәм батальон батюшкаһы вазифаһы булдырылған. Күнекмәләр мәлендә улар ҙа , һалдаттар менән бер сафта, ҡыҫҡа тәнәфес мәлендә «рухи командирҙар» мәңгелек ҡиммәттәр тураһында әңгәмә үткәрә.

Ҡәрҙәштәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һымаҡ халҡыбыҙ хәҙерге ваҡытта ла Донбасҡа ярҙам итә.

Хәмзә Хафизов, М.Шайморатов исемендәге батальон имамы

 Миңлеғәли Шайморатов бататальон һалдаттарының ғорурлығы һәм маяғы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донбасс азатлығы өсөн алышҡан легендар командир беҙҙе яңы еңеүҙәргә әйҙәй тигән фекерҙә улар.

Беҙ уның исемен бала саҡтан уҡ беләбеҙ, мәктәптәрҙә уҡып үҫтек. Беҙ уның башҡорт атлылары менән ҡыйыу алышҡанын беләбеҙ һәм балаларыбыҙға ла еткерербеҙ. Алла бирһә, еңеү яулап ҡайтырбыҙ

Позывнойы «Талпан»

Бататальон бер йоҙроҡ булып тупланған. Икеләнеүселәр юҡ. Уларҙың барыһы ла яуға намыҫ ҡушыуы сыға.

Дары еҫе батальон өсөн ят түгел. Уларҙың күбеһе төрлө ҡыҙыу нөктәләрҙә сынығыу үткән. 2014 йылда Донбасс халҡын яҡлаған, Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашып өлгөргән һалдаттар ҙа байтаҡ.

Командир әйтмешләй мастерство не пропьеш. Бәләкәй саҡта уҡ атайым, пистолеттан атырға өйрәтте. Автоматтан пулеметты беләм. Тәжрибәм ҙур, ҡорал тота беләм.

Позывнойы «Гриф»

Батальон хәрби бурысты тулы кимәлдә үтәү өсөн ҡорал һәм башҡа барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән

Ҡулдар ҡорал тоторға онотмаған, шулай ҙа оҫталыҡты шымартыуҙа хәйер бар. Хәрби күнекмәләр тамамланыу менән батальон Донбасҡа яу яланына юл тота. Маҡсаттары – Европа уртаһында яңынан баш күтәргән фашизды төбө тамыры менән юҡ итеү.

Рафиҡ Әхмәтшин