Сарала 25 меңдән ашыу халыҡ, шул иҫәптән Башҡортостандан һәм Татарстандан, өлкәнең үҙенән 200-ләп сәнғәт оҫтаһы ҡатнашты. Майҙанды төбәктә йәшәүсе төрки халыҡтарҙың тирмәләре, милли ихаталар биҙәне. Унда һәр кем үҙ халҡының милли аш-һыуы, йолалары менән таныштырҙы.
Силәбе өлкәһе Сосновка районы вәкилдәре этноауылында башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләмгә бағышланған күргәҙмә ойошторолғайны. Башҡа район вәкилдә ре халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Байрамда ҡатнашыусылар көрәш, уҡтан атыу кеүек спорт сараларында көс һынашты.
Ҡунаҡтар авиатехника күргәҙмәһе менән танышып, һауалағы шоу программаға тамаша ҡылды. Башҡортостан вәкилдәре силәбеләрҙе башҡорт балы менән һыйлап, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе менән сығыш яһаны.
Рәзилә Ғиниәтуллина