Өфөлә гортензиялар сәскә ата

 Был турала үҙенең телеграм-каналында баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев яҙып сыҡҡан. «Бер йыллыҡ сәскәләр урынына күп йылыҡ гортензиялар тәүгә сәскә атты. Киләсәктә улар тағы ла матурыраҡ булыр тип ышанам, тип яҙған баш ҡала етәксеһе.

Ратмир Мәүлиев шулай уҡ йәмәғәт урындарында сәскә үҫентеләрен урлаусыларға дәғүәләрен дә белдергән. Баш ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, миҙгел башынан Өфө парктарында 2 612 төп гортензия ҡыуағы ултыртылған булған. Уларҙың 120 төптән ашыуын билдәһеҙ кешеләр йолҡоп алған. 

Гөлдәриә Йосопова