Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 15 кешенең ғүмере өҙөлгән

 Улар барыһы ла рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән. Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерелде.

Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, был – ҡурҡыныс статистика. Хәүефһеҙлек сараларын күрергә, аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Шул уҡ ваҡытта юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар һанын да кәметеү талап ителә.

Йыл башынан 1 мең 400 тирәһе авария теркәлгән, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 224-кә әҙерәк. Һәләк булыусылар ҙа, йәрәхәт алыусылар ҙа кәмегән. Ыңғай үҙгәрештәр «Хәүефһеҙ һәм сифатлы» юлдар проектын тормошҡа ашырыу менән дә бәйле. Уның сиктәрендә тағы ла 900 километр юлды ремонтлау, 20 мең билдә ҡуйыу, 150 светофор урынлаштырыу ҡаралған.

Белгестәр әйтеүенсә, юл фажиғәләренең төп сәбәбе булып тиҙлекте арттырыу, рөхсәт ителмәгән урында уҙырға тырышыу тора. Күп осраҡта йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүе лә аварияларға килтерә. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, әле республика күпләп кеше ғүмере өҙөлгән участкаларҙың береһе – Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһының Благовещен районына тура килгән арауығы.

Йыл башынан ғына ошо участкалағы юл фажиғәләрендә 15 кешенең ғүмере өҙөлгән. Радий Хәбиров был проблеманы «Транспорт сәғәте»ндә ҡарарға һәм тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә тораҡ пункттарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Газ үткәреү программаһына ярашлы, 163 ауылға торбалар һуҙыу ҡраалған. Проект 5 йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Ошо уҡ проект буйынса Өфө районының Рус Юрмашы ауылында яңы газ бүлеү станцияһын сафҡа индереү ҡаралған. 

Был объект Ағиҙел аръяғын үҫтереүгә этәргес бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта республикала федераль догазификация программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Әле 25 мең тирәһе ғариза ҡабул ителгән. Был программаға ярашлы, зәңгәр яғыулыҡ үткән ауылдарҙа яңы барлыҡҡа килгән урамдар, йорттар газға тоташтырыла. Торбалар участка сигенә тиклем бушлай һуҙыла.

Рәмзиә Кәримова