«Салауат Юлаев» хоккейсылары оҙайлы ялдан һуң эшкә сыҡты.
Улар араһында Башҡортостан клубы менән яңы килешеү төҙгән уйынсылар ҙа бар. Әммә әлегә барыһы ла Өфөгә килеп етмәгән. Шул уҡ океан аръяғы легионерҙары яҡын көндәрҙә составҡа ҡушылыр тип көтөлә.
Боҙға сығыр алдынан юлаевсылар ике көн дауамында тәрән медицина тикшереүе үтә. Быйыл контракт төҙөүселәр араһында Андрей Кареев, Станислав Бочаров, Иван Дроздов, Евгений Тимкин һәм башҡа хоккейсыларҙы билдәләп үтергә мөмкин. Һуңғыһы юлаевсылар составына СКА клубынан килде.
Тәжрибәле Евгений Тимкин ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаған. Ул йәйге ялын сит илдә түгел, ә Башҡортостанда үткәреүгә өҫтөнлөк биргән.