Башҡортостанда мал аҙығын әҙерләү дауам итә. Республикала 355 мең гектарҙан ашыу майҙанда 763 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Баҡалы, Әлшәй, Көйөргәҙе, Дәүләкән райондарында күрһәткестәр юғары. Илеш районы хужалыҡтары ла әүҙемлек күрһәтә. “Быйылғы һауа торошо үләндең ныҡлап үҫеүенә булышлыҡ итте, бөгөнгө көнгә хужалыҡтар 37 мең тоннанан ашыу сенаж әҙерләне”, - ти район хәкимиәтенең мәғлүмәт аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғәбдуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала быйыл 2 йыллыҡ мал аҙығы запасы әҙерләү бурысы ҡуйылған.