Хәҙер шәхси медицина клиникаларында ла бушлай вакцина алырға мөмкин. Был турала Хөкүмәт ултырышында Республика Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Халыҡты иммунизациялау “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә профилактик прививкалар календарына ярашлы алып барыла. Иммунобиология препараттарын һатып алыу һәм һаҡлау өсөн республика ҡаҙнаһынан йыл һайын финанс бүленә. Бөгөн Башҡортостанда дәүләт ҡарамағында булмаған һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында эшләгән 15 шәхси ойошма профилактик саралар уҙғарыуға махсус рөхсәт документы алған.